Уларҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ҡотлаған. Республика яман шеш үҙәгенең Нефтекама филиалынан Әҙип Арыҫланов “Иң яҡшы онколог” тип табылды. Өфөнөң 13-сө ҡала дауаханаһы табибы Флүзә Әхмәтәйәнова “Иң яҡшы участка терапевы”. Ҡариҙел район дауаханаһынан Эльза Лотфуллина “Иң яҡшы участка педиатры” исемен алды. “Рәсәйҙең иң яҡшы теш табибы” Республика стоматология поликлиникаһында эшләй. Ул Эльвира Ғәлимуллина. Сибай ҡала дауаханаһы хеҙмәткәре Алита Борискова “Иң яҡшы акушер” тип билдәләнгән. “Ҡотлайым һәм эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Был еңеү табиптарыбыҙҙың һөнәри оҫталығын тағы ла бер тапҡыр раҫлай. Шәхсән үҙем быға бер ҡасан да шикләнмәнем”, - тип яҙған Башҡортостан башлығы.