Башҡортостандан бер юлы биш кеше «Йылдың иң яҡшы табибы» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булды. Аҡ халатлыларҙы оло ҡаҙаныштары менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров ҡотланы. Республика онкология үҙәгенең Нефтекама филиалынан Әҙип Арыҫланов-иң яҡшы онколог, Өфөнөң 13-сө ҡала дауаханаһы табибы Флүзә Әхмәтйәнова-иң яҡшы участка терапевты, Ҡариҙел район дауаханаһынан Эльза Лотфуллина-иң яҡшы участка педиатры, Республика стоматология поликлиникаһынан Эльвира Ғәлиуллина-иң яҡшы теш табибы, Сибай ҡала дауаханаһынан Алита Борискова-иң яҡшы акушер тип танылды.
Тағы ике белгесебеҙ, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы табип-эндокринологы Нажиә Шәмсетдинова менән Республика балалар клиник дауаханаһы табип-педиатры Гөлнара Яҡупова конкурстың өс призеры иҫәбенә инде. Эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Был еңеү-табиптарыбыҙҙың профессионаллеген раҫлаусы тағы бер мөһим дәлил, тигән Радий Хәбиров.