Башҡортостан – «Росагролизинг» аша махсус техника һатып алыуҙа илдә беренсе урындарҙа

Башҡортостан-«Росагролизинг»тан ҡалдыҡтарҙы ташыу өсөн махсуслаштырылған техника һатып алыу буйынса илдә лидерҙар иҫәбендә. Был турала республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә белдерелде. Төбәк операторҙары 15 берәмек техника менән тәьмин итеүгә заявка биргән, 13-ө һатып алынған да инде. Күп күрһәткестәр буйынса Башҡортостан йәшел зонаға инә. Шуға ҡарамаҫтан, тағы ла 204 контейнер майҙансығын төҙөкләндереүгә һәм 2 меңдән ашыу контейнер һатып алыуға ихтыяж бар. 1 сентябрҙән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә инә.

Улар ҡалдыҡтар йыйыу урындарын тәртиптә тотоуҙы көсәйтә, төбәк операторы менән килешеү төҙөү ҡағиҙәләрен, шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы сығарыу һәм утилләштереүҙе көйләй.