Бөрйән районында «Шүлгәнташфест» республика этнофестивале үтте

«Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығының өс йыллығы уңайынан Бөрйән районында «Шүлгәнташфест» республика этнофестивале үтте. Комплекс биләмәһендә иртәнән кискә тиклем мәҙәни һәм спорт саралары ойошторолдо. Бигерәк тә, келәм батырҙары көрәше, «Ауҙарыш» уйыны сәмле барҙы. Бәйгеләрҙә 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Өс еңеүсе ҡолон менән бүләкләнде. «Урал вариҫтары» тип исемләнгән милли уйындарҙан туристар ҙа ситтә ҡалманы. Этно-фестиваль Бөрйән районы мәҙәниәт йорто артистарының концерт программаһы менән тамамланды.