Ҡаҙылма байлыҡтар табыуҙа тәртип булдырыла

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Роснедра етәксеһе Олег Казанов Республика менән идара итеү үҙәгендә ер аҫты ҡулланыусылары эшмәкәрлеге һорауҙары буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы уҙғарҙы. Уның эшендә Роснедра вәкилдәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, Урал аръяғы райондары башлыҡтары, ҡаҙыу компаниялары директорҙары ҡатнашты. Ултырышта ведомство-ара комиссия эше һөҙөмтәләре барланды, тармаҡтағы хәлгә бәйле мәсьәләләр ҡаралды. “Минерал-сеймал ресурстарын ҡаҙыу- иҡтисадтың мөһим йүнәлеше. Беҙҙә 642 федераль лицензия ғәмәлдә. Файҙалы ҡаҙылмалар төрлөлө буйынса республика Волга буйы федераль округында лидер”-,тине Радий Хәбиров. Олег Казанов үҙ сығышында ведомство-ара комиссияның ролен юғары баһаланы, Роснедра республикаға был тармаҡта һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе.