Радий Хәбиров Олег Казанов менән ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Казанов менән ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе. Сарала дәүләт власы, хоҡуҡ һаҡлау органдары, министрлыҡ-ведомство етәкселәре, көньяҡ райондар башлыҡтары, файҙалы ҡаҙылмалар менән эшләгән компаниялар етәкселәре ҡатнашты.

Ултырышта ведомство-ара комиссияның эш һөҙөмтәләре, алдағы бурыстар тоураһында һүҙ барҙы. Радий Хәбиров билдәләүенсә. минераль сеймал ресурстарын сығарыу-иҡтисадтың мөһим йүнәлештәренең береһе. Әлеге ваҡытта республикала 642 федераль лицензия ғәмәлдә. Файҙалы ҡаҙылмаларҙың күп төрлөлөгө буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында лидер булып тора. Шуға күрә лә был өлкәләге эшмәкәрлек ныҡлы күҙәтеү талап итә. Ведомство-ара комиссия лицензия шарттарын һәм экологик ҡануниәттең үтәлешен ҡәтғи контролдә тота. Көньяҡ райондарҙа геологик өйрәнеүгә һәм һибелмә алтын табыуға мараторий индереүҙе атарға мөмкин. Ул 2028 йылдың 4 кварталына тиклем эшләй. Шул уҡ ваҡытта сикләүҙәр һәм тыйыуҙар юлы менә генә барыу мөмкин түгел, ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеү кәрәк. Иҡтисади маҡсаттар менән экология араһындағы балансты тотоу, бизнес менән ерле халыҡ араһында ҡаршылыҡ тыуҙырмаҫ өсөн лицензия биреләсәк участкаларға алдан уҡ килешеү процедураһы әҙерләү мөһим, тине төбәк етәксеһе.

Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Казанов ведомство-ара комиссяиның эшен юғары баһаланы. Былтыр Тәбиғәттән файҙаланыуҙы күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең төбәк идаралығы 166 контроль-күҙәтеү сараһы үткәрә, 137 ҡағиҙә боҙоуҙы асыҡлай, 17 лицензия буйынса эшмәкрлек ваҡытынан алда туҡтатыла. Материалдарҙың бер өлөшө хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырыла, улар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатыла. Намыҫһыҙ ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлегенән зыян 1 миллиард 670 миллион һум тәшкил иткән, уларҙың барыһы ла тиерлек яуаплылыҡҡа тарттырылған, бер нисә суд эше дауам итә. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығарыу өлкәһендә тәртип урынлаштырыу буйынса ҡануни башланғыстар менән сығыуын белдерҙе. Ул хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн штраф санкцияларын арттырыуҙы, енәйәти яуалылыҡты көсәйтеүҙе күҙ уңында тота. Зариф Закир улы шулай уҡ рекультивация фондын булдырырға тәҡдим итә, ул алдан уҡ ошо эштәр өсөн финанс база һалыуҙы йәки дәүләт банктарынан гарантия алыуҙы күҙаллай.