Республика башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» проекты финалистары менән осрашты. Яңы быуын идарасылары Шишмә районының «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркы биләмәһендә әҙерләнә. Курс программаһы дүрт уҡытыу модуленән тора, тәүгеһе ун көнгә иҫәпләнгән. Проектта ҡатнашыусылар төбәк етәксеһенә тәҡдим-һорауҙары менән мөрәжәғәт итә алды. Шулай уҡ сара барышында ике махсус хәрби операция ветеранына «Ватан һаҡсылары» дәүләт фондынан ҡул менән идара ителгән автомобиль тапшырылды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашып, ауыр яраланған ике яугир техник реабилитация сараһы булараҡ автомобилле булды. Өфөнән Эмиль Еникеев 2022 йылдың октябрендә Ватан һағына баҫҡан. Былтыр февралдә штурм төркөмө составында ҡаты яраланғас яҡташыбыҙға оҙайлы реабилитация үтергә тура килгән. «Ватан һаҡсылары» дәүләт фондынан ул протездар менән тәьмин ителгән. Транспорт Эмиль өсөн көн талабы. Бөгөн ул әүҙем йәмәғәт эше алып бара, спорт сараларында ҡатнаша, шулай уҡ «Ювинталь» рок-төркөмө составында сығыш яһай.
Шишмә районының «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында «Башҡортостан геройҙары» проекты финалистары өсөн тәүге уҡытыу модуле башланды. Кадрҙар программаһы Рәсәй Президенты башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Геройҙар ваҡыты» федераль проектына оҡшаш, төбәк кимәлендә үтә. Ҡатнашырға теләүселәр иҫәбе буйынса республика илдә беренсе урын алды. Ике меңдән ашыу ғариза бирелгәйне, ябай булмаған һайлап алыу этаптары һөҙөмтәләре буйынса 70 кеше генә бер йыллыҡ мәғариф программаһына ҡабул ителде.Маҡсат улар араһындэан көслө идарасылар әҙерләү.
Уҡытыу программаһы дүрт модулдән тора, проектта ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһыһы төбәктең идарасы командаһынан остаз менән эшләп, тәжрибә туплаясаҡ.
Проектта ҡатнашыусылар араһында әле алғы һыҙыҡта хеҙмәтен дауам иткән яугирҙар ҙа, хәрби бәрелештәр ветерандары ла бар. Барыһының да теләге бер-республика үҫешендә ҡатнашып, халыҡ өсөн файҙа килтереү.
Төбәк етәксеһе «Башҡортостан геройҙары» проекты финалистарын ҡыҙыҡһындырған, шул уҡ ваҡытта борсоған һорауҙарға ла яуап бирҙе, тәҡдимдәрен тыңланы. Махсус хәрби операция яугирҙарына психологик ярҙам үҙәге булдырыу тураһындағы мөрәжәғәт тә хуплау тапты.
Республика башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» проектында ҡатнашыусылар менән осрашыуҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәйкәл ҡуйыу мөһимлеген билдәләне. скульптура өҫтөндә рәсәйҙең халыҡ рәссамы салауат щербаков эшләйәсәк. Шулай уҡ икенсе августа патриот паркы биләмәһендә лә тантаналы сара көтөлә. Рәсәй геройы Маскмим серафимовка һәйкәл асыла
Гөлназ Хәйбуллина