Салауатта Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппаратының Ресурс үҙәге ярҙамы менән эшлекле сара үтте

Йәмәғәт башланғыстарын һәм социаль проекттарҙы яҡлап. Салауатта Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппаратының Ресурс үҙәге ярҙамы менән эшлекле сара үтте. Әүҙем граждандар, коммерция булмаған ойошмалар һәм муниципаль учреждениелар берләшеп, ҡалала уңайлы мөхит булдырыу, социаль-иҡтисади үҫеш тәьмин итеү буйынса идеяларҙы ҡараны. Урындағы хакимиәттең Йәмәғәт палатаһы аппараты менән килешеү төҙөүе лә-уҡытыу программаларын ойоштороуҙа, йәмәғәт башланғыстарын ҡеүәтләүҙә, ресурстар йәлеп итеүҙә яңы мөмкинлектәр аса.

Салауат ҡалаһы хакимиәте менән күптән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Быға тиклем дә стратегик сеесиялар уҙғарып килдек, коммерция булмаған ойошма вәкилдәренә лекция-семинарҙар уҙғарып, грант конкурстарына заявка төҙөргә ярҙам иттек. Бөгөнгө проект сессия ла һөҙөмтәле үтте.

Элина Ғатауллина, Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе