«Аҫылташ» форумында Башҡортостан йәштәре 3,5 миллион һумлыҡ грант отто

Йылайыр районында үткән «Аҫылташ» форумында «Рәсәй йәштәр гранты» Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы һөҙөмтәләре билдәләнде. Быйыл Башҡортостандан 7 еңеүсе 3 миллион ярым һумлыҡ приз фондын бүлеште. Грант конкурсына ебәрелгән проекттар йүнәлеше төрлө.

Йәштәр һәр тармаҡта ла эшҡыуарлыҡ мөмкинлектәрен барлай. «Аҫылташ» форумы ла алдынғы ҡарашлы, йүнсел егет- ҡыҙҙарҙы берләштерә һәм абруйлы тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әйләнгән. Унда эшҡыуарлыҡ һәм шәхсән үҫеш өлкәһендә эшләүсе билдәле спикерҙар саҡырыла, оҫталыҡ дәрестәре бирелә. Был майҙансыҡ йәштәрҙең йәмғиәттә үҙ урынын табыуына ҙур этәргес булып тора.