Бөрө районында археологик экспедиция бара

Бөрө районында археологик экспедиция бара. Биләмәлә Башҡортостан милли музейы менән Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих тел һәм әҙәбиәт институты белгестәре эшләй.

Бөрө ҡәберлектәре ҡаланың көньяҡ ситендә, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Уның майҙаны 100 мең квадрат метрҙан ашыу. Бында беҙҙең эраның III-VIII быуаттарындағы бахмут, турбаҫлы, кушнаренко һәм ҡара яҡуп мәҙәниәте ҡәбиләләренең ҡәберлектәре табылған. Ер ҡуйынында һаҡланған артефакттар араһында көнкүреш әйберҙәре лә, биҙәүестәр ҙә осрай. Был экспонаттар Көньяҡ Уралды төйәк иткән халыҡтың йәшәйешен күҙ алдына баҫтырырға мөмкинлек бирә. Бөрө ҡәберлеге тулыһынса өйрәнелмәгән донъя әһәмиәтендәге ҡомартҡы. Ул 20-се быуат уртаһынан тикшерелә, был ваҡыт эсендә 700-ҙән ашыу ҡәбер табылған. Быйыл Бөрө ҡәберлегендәге археология экспедицияһының беренсе аҙнаһында Бахмут мәҙәниәтенә хас 12 ҡәберлек, шулай уҡ кейем өлгөләре һәм биҙәүестәр табылған. Археологик ҡаҙыныуҙар Рәсәй фәнни фондының «Көньяҡ Уралдың мәҙәни үҫеше һәм үҙләштереү динамикаһы» гранты ярҙамында алып барыла.