Башҡортостан уҡыусылары һәм студенттары “Зарница 2.0” уйындарында ҡатнаша

Ырымбурҙа үткән Бөтә Рәсәй ярыштарының округ этабында Яңауыл районынан “Коллиматор” командаһы ҡатнаша. Студенттар исеменән Бәләбәй гуманитар-техник колледжының “Патриоттар” командаһы  сығыш яһай. Хәҙер “Зарница” уйындарына кибер хәүефһеҙлек, ай-ти технологиялар, пилотһыҙ осҡостар менән идара итеү йүнәлештәре өҫтәлгән. Шулай уҡ политруктар һәм хәрби хәбәрселәр бар.