180-гә яҡын ферма ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнә

Шифалы эсемлек етештереү буйынса республика илдә беренсе урында. Әбйәлил, Әлшәй, Бәләбәй, Баймаҡ һәм Учалы алдынғы райондар исемлегендә, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров. Башҡорт ҡымыҙын сит илдәрҙә лә яраталар. Ул мөһим экспорт продуктына әйләнә. Мәҫәлән, былтыр Ҡаҙағстан менән Ҡырғыҙстанға 6 мең тоннанан ашыу ҡымыҙ һәм ҡымыҙ эсемлеге оҙатылған. “Ҡымыҙ бешеүселәргә ярҙам итәбеҙ. Йылҡысылыҡ - милли традиция ғына түгел. Был беҙҙең иҡтисадтың ҙур өлөшө.  Уның киләсәге лә өмөтлө. Республикала ҡымыҙ миҙгеле ҡыҙыу бара. Уны эсегеҙ һәм сәләмәт булығыҙ”, - тип яҙған Башҡортостан башлығы.