Яңы заманса медицина учреждениелары, юғары технологиялы ҡоролмалар, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү. Һаулыҡ һаҡлау буйынса совет ултырышында халыҡтың сәләмтлеген һаҡлауға ҡағылған ошо һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты, табиптарҙы видеорежимда Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш кардиологы тәбрикләне. Совет Республика кардиология үҙәгенең күптән түгел генә асылған яңы хирургия корпусында үтте. Мөһим саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Тиҫтәнән ашыу реанимация блогы, кардиохирургия, диагностика, административ бүлектәр. Яңы хирургия заманса ҡоролмалары менән генә түгел, ҡоролошо буйынса ла иғтибарҙы йәлеп итә. Хәҙер бында федераль үҙәктәрҙә генә яһалған ҡатмарлы операцияларҙы үткәрергә мөмкин. Яңы корпуста йөрәк күсереп ултыртыла, гибрид операциялар ҙа эшләнә, йәғни хирург ҡулында скальпель булған килеш рентген үткәреп башҡа ағзаларҙы ҡарай ала. Медицина объектын сафҡа индереүгә республика бюджетынан 10 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Был хирургия корпусы республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә иғтибарҙың бер сағылышы ғына.
Совет ултырышында башҡарылған эштәр барланды, хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде. Кушнареко үҙәк дауаханаһының өлкән фельдшеры Рифа Рәжәпова сараға Республика башлығының шәхсән саҡырыуы буйынса килгән. Радий Хәбиров тәжрибәле медицина хеҙмәткәре менән районға эш сәфәре барышында аралашҡан. Кешене дарыу ғына түгел, яҡты йөҙ ҙә, йылы һүҙ ҙә дауалай. Үҙ һөнәренең оҫталары-тармаҡтың хазинаһы тине Радий Фәрит улы.
Медицина тармағындағы ыңғай үҙгәрештәр- Республика башлығының даими иғтибары һөҙөмтәһе, ти табиптар. 2021 йылдан Башҡортостан асылған фельдшер-акушерлыҡ пункттары һаны буйынса Волга буйы федераль округында алдынғылыҡ биләй. Йыл аҙағына тиклем республика район-ҡалаларында заманса стандарттарға ярашлы йыһазландырылған яңы поликлиникалар һәм 134 модулле медицина учреждение асылыр тип көтөлә. Шулай уҡ 9 һаулыҡ һаҡлау объектына капиталь ремонт үткәреү планлаштырылған.
Медицина өлкәһендә алып барылған эштәрҙең төп маҡсаты үлем осраҡтарын кәметеү һәм ғүмер оҙонлоғон арттырыу, 2030 йылға тиклем кешенең ғүмер оҙонлоғо 78 йәшкә тиклем етергә тейеш.
Башҡортостандың кардиология үҙәгендә йыл һайын 14 меңдән ашыу пациент стационар һәм 90 меңдән ашыу кеше консультатив ярҙам ала. Бер йыл эсендә йөрәк һәм ҡан тамырҙарына 17 меңгә яҡын операция һәм тикшереүҙәр башҡарыла. Яңы корпус асылыу медицина ярҙамын тағы ла юғары кимәлгә күтәрер тип көтөлә.
Рәмзиә Кәримова