Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү нисек ойошторолған? Һорауға яуап «Защитник» үҙәгендә ойошторолған асыҡ ишектәр көнөндә бирелде. Республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре «Защитник» үҙәге мөмкинлектәре менән танышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Һайлап алыу пунктына иртәнсәктән алып ил һағына баҫырға теләк белдергән ир-егеттәр килә. Бында Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөр өсөн уңайлы шарттар булдырылған, бөтә һорауҙарға ла яуап алырға мөмкин: банк хеҙмәткәрҙәре финанс буйынса аңлатыу эштәре алып бара, табиптар тикшереүҙәр үткәрә, ә инструкторҙар хәрби хеҙмәт буйынса һөйләй. Контракт төҙөүселәрҙең күптәренең дуҫтары, йәки туғандары алғы һыҙыҡта. Шуға күрә улар ҙа ил һағына баҫырға теләк белдергән.
Контрактсыларға республика тарафынан бер тапҡыр түләнә торған 1 миллион һәм оборона министрлығынан 400 мең һум аҡса ҡаралған. Яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 54 ярҙам сараһы ғәмәлдә. Контракт төҙөгәндән һуң яугирҙарға 210 мең һумдан юғары эш хаҡы түләнә. Шулай уҡ хәрбиҙәргә махсус бурыс үтәгән өсөн өҫтәмә түләүҙәр булдырылған.
«Защитник» үҙәгендә бер көн эсендә тулыһынса һайлау тәртибен үтергә була. Тулыраҡ мәғлүмәт алыр өсөн хәрби комиссариатҡа йәки республика һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Фидан Монасипов