Республикала йыландар әүҙемләшә: белгестәр халыҡҡа һаҡ булырға кәңәш итә

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә йыл башынан төбәктә 13 кешене йылан саҡҡан. Башҡортостан халҡы һөйрәлеүселәрҙең саманан тыш үрсеүенә һәм кеше йәшәгән урындарҙа күпләп осрауына зарлана.. 2025 йылда 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә граждандарҙан йыландар тураһында 60-тан ашыу хәбәр килгән. Йыш ҡына һүҙ ағыулы булмаған туҙбаш йылан тураһында бара. Йыландар менән осрашҡанда ниндәй һаҡланыу сараларын үтәргә кәрәклеге хаҡында киләһе матераилда..

Руслан Ғәббәсов ғаиләһе менән еләккә барған. Әммә ул йылан сағыуын шунда уҡ абайламай. Өйгә ҡайтырға сыҡҡанда хәле насарая, аяҡтары шешә башлай. Зыян күреүсе шунда уҡ дауаханаға оҙатыла.

Ҡапыл тиргә баттым, күңел болғанды, ныҡ итеп башым әйләнде. Аяҡ шешеүен һәм күгәреп торған урында ике ҡыҙыл нөктә күоҙем. Шунда уҡ дауаханаға мөрөжәғәт иттек. Мине реанимация бүлегенә һалдылар. Укол яһанылар, тәүлек әйләнәһенә система аҫтында табип күҙәтеүендә булдым.

Руслан Ғәббәсов, зыян күреүсе

Ағыулы йылан тешләүен нисек айырырға.Туҙбаш йылан тешләгәндән һуң тирелә тишелгән ваҡ эҙҙәр генә тороп ҡала. Иң ҡурҡынысы- ҡара йыландар. Улар үҙ ҡорбандарының тәненә ике үткер тешен сәнсеп ағыу ебәреү һәләтенә эйә. Бынан һуң зыян күреүселә көслө шеш барлыҡҡа килә. Белгестәр әйтеүенсә, күптәр ҡан тамырҙары аша ағыу таралып өлгөрмәһен өсөн жгут һала, зыян күргән урынды яндыра һәм киҫеп, ағыуын һура.Әммә бындай ҡотҡарыу сараһы хәйерһеҙ, тип билдәләй табиптар.

Йылан тешләгән нөктәләрҙе күреү менән шунда уҡ аяҡтарҙы хәрәкәтһеҙ ҡалдырырға, яурын аша яулыҡ бәйләп ҡулдарҙы һалырға, йылан саҡҡанда бөтөнләй атламаҫҡа һәм йүгермәҫкә кәңәш итәм. Йылан тешләүгә реакцияны кәметә торған гистаминға ҡаршы препараттар ҡулланыу зарур.

Илдар Хәбибуллин, Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһының реанимация һәм интенсив терапия бүлеге мөдире, табип-анестезиолог-реаниматолог

Йыл башынан 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә граждандарҙан йыландар тураһында 60-тан ашыу хәбәр ҡабул ителгән, 13 осраҡта һүҙ йылан тешләү тураһында барған.

Йылан менән осрашҡанда тәүге кәңәш-уны борсомағыҙ, туҡтап ҡалығыҙ, күпселек осраҡта ул үҙе шыуышып китәсәк. Йыландар һаҡланыу маҡсатында ғына һөжүм итә Әгәр ҙә ул ыҫылдай һәм йомғаҡҡа төрөнә,һеҙҙең яҡҡа уҡтала икән,бындай осраҡта әкрен ген артҡа сигенегеҙ, әммә артығыҙ менән боролмағыҙ һәм киҫкен хәрәкәттәр эшләмәгеҙ.

Елена Зиннәтуллина, Башҡортостан ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бүлеге етәксеһе

Башҡортостанда йәшәүселәргә тәбиғәттә йөрөгәндә ябыҡ кейем һәм резина итек кейергә кәңәш ителә.Улар аша йылан тештәрен аяҡтарға хәтлем батыра алмаясаҡ. Баҡсаларҙа ла айырым һаҡлыҡ сараларын күреү кәрәк. Үләнде даими сабып торорға һәм йыландарҙы үҙҙәре йәшәгән урынға эйәләштермәҫ өсөн һыу баҫыуға юл ҡуймаҫҡа кәрәк.

Гүзәл Борханова