Үзбәкстанда йәшәгән башҡорт балалары Башҡортостан менән таныша

Тамырҙарға сәйәхәт. Башҡортостанда тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Үзбәкстанда йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙың балалары Өфөгә ҡунаҡҡа килде. Уларҙы ҡаршы алыу ике төбәк араһында төҙөлгән хеҙмәттәшлек нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Сәйәхәттең төп маҡсаты-үҫеп килеүсе быуындың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен формалаштырыу, Башҡортостан территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың тәбиғәт ҡомартҡылары, йолалары һәм мәҙәниәте менән таныштырыу. 9 бала һәм уларҙы оҙатып барыусы 4 кешенән торған делегация Өфөгә кисә килеп етте. Улар Шишмә районындағы «Патриот» паркында урылаштылар. Тәүге көндә үк ҡунаҡтар Евразия күсмә халыҡтары цивилизацияһы музейының визит-үҙәге, Турахан кәшәнәһен күрҙе. Шулай уҡ, майҙанда музей комплексы, Башҡорт аты үҙәге һәм шифахана төҙөү пландары менән танышты.

Сәфәрҙе беҙ оҙаҡ планлаштырҙыҡ. Башлыса, Үзбәкстанда урынлашҡан Башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәгенең әүҙем ҡатнашыусыларының балалары килде. Был ике республика араһында ойошторолған тәүге тәжрибә һәм ул йолаға әйләнер тип уйлайбыҙ. Хеҙмәттәшлекте төрлө программалар сиктәрендә лә дауам итергә ниәтләйбеҙ.

Инесса Косолапова, Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары

Бөгөн Үзбәкстан ҡунаҡтары Башҡортостандың Милли музейы экспонаттары менән танышты, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен һәм Совет майҙанын күрҙе. Бер аҙнаға иҫәпләнгән программала күсмә экскурсиялар ҙа көтә. Атап әйткәндә, Вуз-ара студенттар кампусы, «Торатау» визит-үҙәге, «Башҡортостан» милли паркы һәм башҡа туристик урындарға сәфәр, оҫталыҡ дәрестәре планлаштырылған.