Абитуриенттар республикабыҙ колледждарына 52 меңдән ашыу ғариза биргән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар крайы менән бер рәттән илдә лидерҙар иҫәбенә инде. Ҡабул итеү кампанияһы 15 авгусҡа тиклем дауам итә, шуға күрә һан тағы ла артыр тип көтөлә.
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, республикала колледждарға ҡыҙыҡһыныу арта. Был талап ителгән һөнәр алыу, яҡшы тотороҡло эш табыу мөмкинлеге. Йәштәрҙең теләктәре урта һөнәри белем биреү системаһының мөмкинлектәренә тап килһен өсөн күп көс һәм энергия түгелә. Урта һөнәри белемде арзаныраҡ итеү өсөн быйыл бюджет урындары 2 меңгә арттырылған. Хәҙер уларҙың һаны 24 меңдән ашыу, күпселеге көндөҙгө уҡыу формаһы буйынса.
Колледждар «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» федераль проектында уңышлы ҡатнаша. Киләһе йылға республикала 27 урта һөнәри белем биреү кластеры буласаҡ-уларҙың һаны буйынса төбәк Рәсәйҙә беренсе урында. «Колледждарҙы үҙ көсөбөҙ менән яңыртабыҙ. Уҡыу корпустарын һәм ятаҡтарҙы ремонтлау өсөн йыл һайын бюджетҡа 500 миллион һум аҡса һалына. Эшсе һөнәрҙәр һайлаған йәштәр заманса шарттарҙа йәшәргә һәм уҡырға теләй. Был йәһәттән беҙ уларға ярҙам итеүҙе дауам итәсәкбеҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.