МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн киң йәмәғәтселек алдында сығыш яһау буйынса оҫталыҡ дәресе үтте

Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан егеттәр өсөн сараны махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ойошторған. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар алдында билдәле алып барыусылар, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Юлия Краснова, Артур Ғәлиев һәм башҡа эксперттар сығыш яһаны.

Улар махсус хәрби операция ҡаһармандары аудитория алдында үҙеңде тотоу, фекереңде аныҡ итеп еткерә белеү буйынса кәңәштәрен еткерҙе, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операция ветерандарының күбеһе федераль һәм республика кадрҙар программаһында ҡатнаша һәм улар өсөн сығыш яһау, аудитория менән эшләү оҫталығын үҙләштереү бик мөһим.

Махсус хәрби операция ҡаһармандары Ватанға тоғролоҡ, илһөйәрлек өлгөһө булып тора. Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан ир-егеттәребеҙ кадрҙар базаһын тулыландырасаҡ, йәш быуынды улар миҫалында тәрбиәләйәсәкбеҙ. Бының өсөн яугирҙарыбыҙҙең үҙҙәренә лә донъяға ҡарашын, фекерен асыҡ һәм дөрөҫ итеп еткерә белеү мөһим.

Юлия Краснова, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты