Саҡмағош районы аграрийҙары урып-йыйыу эштәрен башланы. Ленин исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы игенселәре ужым арышын сабыуға төштө. Быйыл улар яҡшы уңыш алырға өмөтләнә, сөнки бөтә эштәр ҙә сифатлы үтәлгән, һауа шарттары ла ужым культуралары үҫешенә ыңғай тәьҫир иткән. Әлеге ваҡытта уңышты ваҡытында юғалтыуһыҙ йыйып алыу бурысы тора. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Илшат Солтанов был хужалыҡта яңы белгес. Был уның беренсе эш миҙгеле, әммә механизатор һөнәренең бөтә нескәлектәрен дә яҡшы белә. Ужым арышын юғалтыуһыҙ йыйыу өсөн комбайн менән әкрен һәм һаҡ идара итергә кәрәк.
Урылған уңыш келәттәргә ташыла. Тотҡарлыҡтар булмаһын өсөн, баҫыуға сығыр алдынан агрегаттар техник тикшереү үтә. Ленин исемендәге хужалыҡта 40-ҡа яҡын техника берәмеге тейешле талаптарға яуап бирә, ти белгестәр.
Баҫыуҙарҙа 3 комбайн һәм 3 сабыу машинаһы иңләй. Урып-йыйыу процесы ла яҡшы ойошторолған. Кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ, тип билдәләй Ленин ауыл хужалығы кооперативы етәкселеге.
Саҡмағош районында быйыл 40 мең гектарҙан ашыу иген һәм ҡуҙаҡлылы культуралар уңышын йыйып алыу планлаштырыла. Арыш уңышын йыйып алғандан һуң игенселәр 500 гектар майҙанда ужым бойҙайын урыуға тотонасаҡ. Иң мөһиме, һауа торошо яҡшы булһын.
Гүзәл Борханова