Башҡортостанда армия генералы Мәхмүт Гәрәевтың 102 йыллығы билдәләнде

Башҡортостанда армия генералы Мәхмүт Гәрәевтың 102 йыллығы билдәләнде. Тантана Шишмә районының Сәлих ауылында үтте. Сара ҡунаҡтары геройҙың тарихи юлын иҫкә төшөрҙө, музейға яңы экспонаттар бүләк итте.

Фотоһүрәттәр, шәхси әйберҙәр, фәнни хеҙмәттәр. Мәхмүт Гәрәевкә бағышланған музей яңы экспонаттар менән байытылды. Хәрби етәксе яҙған китаптар һәм генералдың ҡул сәғәтен уның улы Тимур тапшырҙы. Был экспонаттар йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнаясаҡ.

Музей Мәхмүт Әхмәт Улы Гәрәевтың 95 йыллығына асылды, шул ваҡыттан алып 7 йыл үтте һәм әлбиттә, бик күп балалар һәм студенттар йыш ҡына килеп торалар. Музей яҡташыбыҙҙың исемен һаҡлап ҡалған иҫтәлекле урын ғына түгел, шулай уҡ йәш быуын тыуған ерен ихтирам менән ҡабул итһен өсөн булдырылған. Мәхмүт Әхмәт улының был музейға килеүенә бик шатмын, ул бында булған һәм, әлбиттә, үҙе лә, уның балалары Ғәлиә менән Тимур ҙа тәүге экспонаттар барлыҡҡа килеү өсөн күп эштәр башҡарҙы.

Раил Әсәҙуллин, Педагогия фәндәре докторы, профессор, М. Гәрәевтың музейын булдырыусы

Мәхмүт Гәрәевтың хәрби юлы 1941 йылда уҡ башлана. Ул 1923 йылдың 23 июлендә Силәбе өлкәһендә тыуған. Ғүмерендә күренекле хәрби етәксеһе була, алты хәрби бәрелештә ҡатнаша: 19 орден һәм 30 миҙал менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң хәрби академияларҙа белем алған, юғары хәрби вазифаларҙа хеҙмәт иткән. Отставкаға сыҡҡас, фәнгә иғтибар итә, 250-нән ашыу фәнни һәм публицистик хеҙмәт баҫтыра, хәрби фәндәр академияһын ойоштора.

Бөгөн беҙ Мәхмүт Гәрәевтың биографияһынан яңы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тыңланыҡ. Беҙ үткәргән һәм хәтерләгән сара, әлбиттә, мөһим, сөнки Мәхмүт Әхмәт улы ул бит армия генералы, шулай уҡ уның Ватанға хеҙмәте лә бөгөнгө көндә илебеҙ, һәр кеше алдында торған проблемалар менән туранан-тура бәйле һәм минеңсә, был тәү сиратта йәштәр өсөн бик мөһим.

Римма Федько, Хәрби фәндәр академияһы ағзаһы

Йыл һайын фәнни берләшмә вәкилдәре, коллегалары һәм уҡыусылар Мәхмүт Гәрәевтың тормошон һәм ҡаҙаныштарын иҫкә алыу өсөн тантаналы саралар үткәрә.

Хәтер йәшәһен өсөн, былтыр Өфөлә Мәхмүт Гәрәев исемен йөрөткән урам барлыҡҡа килде. Ә музей коллекцияһын тулыландырған яңы экспонаттар йәш быуын өсөн ватансылыҡ, ышаныслыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө булып торасаҡ.

Айзилә Буранова