Бөгөн Республика башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары, “Ғәҙел Рәсәй - Патриоттар хәҡиҡәт өсөн” партияһы ағзаһы Александр Бабаков менән осрашты. Көн тәртибенә фиркәнең республикалағы эшмәкәрлеге, социаль- сәйәсәт, социаль-иҡтисади һәм профессиональ һәм күп кеше ҡатнашлығындағы спортты үҫтереү мәсьәләләре сығарылды. - “Ғәҙел Рәсәй - Патриоттар Хәҡиҡәт өсөн”- потенциалы көслө булған партия. Фиркә депутаттары бик әүҙем эшләй, - тине Радий Хәбиров. Александр Бабиков Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен юғары баһаланы, күп йүнәлештәр буйынса илдә лидерҙар рәтендә булыуын билдәләне.