Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына “Минең әсәйем Герой!” тигән иҫтәлекле значок тапшырыла. Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе. Әсәләре алғы һыҙыҡта булған балалар билдәне яҡын арала алырға тейеш. “Махсус хәрби операция биләмәһендә яугирҙар менән “Минең атайым Герой!” тигән значок тураһында фекер алыштыҡ. Был награданы ла тапшыра киләбеҙ. Хәрбиҙәр әсәләре фронтта булған ҡыҙ һәм малайҙар өсөн дә бүләк булдырырға тәҡдим итте. Ул балаларға 1 сентябрҙә тантаналы шарттарҙа бирелә”, - тине Ратмир Мәүлиев.