Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика илдә алдынғылар исемлегендә. Радий Хәбиров Телеграм каналында ошо турала белдергән. Ҡабул итеү кампанияһы 15-се августҡа тиклем дуам итә. Аталған һан тағы ла артырына ышанам, тигән республика етәксеһе. Быйыл урта һөнәри белем алыу йорттарында 24 меңдән ашыу бюджет урыны булдырылған. “Беҙҙең колледждар федераль проекттарҙа ҡатнаша. 2026-сы йылға республикала 27 кластер булдырыла. Уҡыу йорттары һәм уларҙың дөйөм ятаҡтары яңыртыла. Эшсе һөнәрҙәр һайлаған йәштәр лайыҡлы һәм заманса шарттарҙа уҡырға тейеш”, - тип яҙған Радий Хәбиров.