Өфөлә йәшәүсе Мәшғүҙә Булатоваға 100 йәш тулды. Был турала социаль селтәрҙә Киров районы башлығы Илвир Нурдәүләтов хәбәр итә. “Мәшғүҙә Ғәҙелгәрәй ҡыҙы Саҡмағош районының Яңы Мортаза ауылында тыуған. Бала сағы һуғышҡа тиклемге һәм һуғыш йылдарына тура килә. Баҫыуҙа тир түгә, сөгөлдөр утай, бесәнен дә саба. Өфөгә күсеп килә, ғаилә ҡора. Тормош иптәше Ғүмәр бик иртә баҡыйлыҡҡа күсә. Оҙаҡ йылдар сәс киҫеүсе булып эшләй. Бик күп миҙалдары һәм рәхмәт хаттары бар, хеҙмәт ветераны. Хәҙер уны 5 ейән-ейәнсәре һәм 4 бүлә-бүләсәре һөйөндөрә. Йөҙйәшәргә ҡоростай һаулыҡ, туғандары һәм яҡындары менән оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүен теләйем”-, тип яҙған район башлығы.