Халыҡ уҙған тәүлектә мутлашыусыларға 4 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, аферистар Октябрьский ҡалаһынан 43 йәшлек ир-егеткә аҡсаһын табыш алыр өсөн “алтын,нефть һәм кофе”ға һалыу тәҡдиме менән ике ай шылтырата. Мутлашыусыларға ышанып, уныһы 750 меңгә яҡын  һумын  юғалтҡан. Был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Полиция шикле телефон номерҙарына яуап бирмәҫкә һәм тиҙ ышанып бер ҡайҙа ла аҡса күсермәҫкә кәңәш итә.