Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Александр Бабаковты ҡабул итте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Александр Бабаковты ҡабул итте. Осрашыу барышында һүҙ эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу, ҡануни системаны камиллаштырыу, төбәктең социаль-сәйәси һәм социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре тураһында барҙы.

Александар Бабаков «Ғәҙел Рәсәй» фракцияһы ағзаһы, ул республикала партия бүлексәһе эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Радий Хәбиров менән Александр Бабаков шулай уҡ профессиональ һәм күмәк спортты үҫтереү буйынса һөйләште. Атап әйткәндә, Башҡортостанда 25 меңгә яҡын кеше өҫтәл теннисы менән мауыға. Республикала был спорт төрө менән шөғөлләнеү өсөн бер нисә объект төҙөү планлаштырыла. Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Башҡортостандың был йүнәлештәге эшмәкәрлеген юғары баһаланы.