Ауыл хужалығы тармағында яңы предприятиелар, юл буйын сервисын үҫтереү. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Инвестиция сәғәте»ндә республиканың төрлө төбәктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ 4 проект тикшерелде.
Төбәктә яңы автомобиль юлдары һалыныуы юл буйы сервисын үҫтереүҙе лә күҙ уңында тота. «Алан» йәмғиәте Өфө районында ҡунаҡхана комплексы төҙөү проекты менән сығыш яһаны, объект үҙ эсенә туҡланыу нөктәһен һәм минимаркетты ала. Инвестиция сәғәтендә тикшерелгән өс проект ауыл хужалығы тармағы буйынса. Мәҫәлән, иглин районында икмәк һәм кондитер ризыҡтары цехы асыу буйынса. Эшҡыуарҙар әйтеүенсә, продукцияға ихтыяж ҙур. Хужалар объектты сафҡа индереү өсөн аукционһыҙ ер участкаһы биреүҙе һораны. Радий Хәбиров проблеманы хәл итеү ммөкинлектәрен барларға ҡушты. Таврос компанияһы ике проект буйынса сығыш яһаны, береһе Бишбүләк районында сусҡа үҫтереү буйынса комплекс төҙөү, икенсеһе Өфө районында 30 тоннаға иҫәпләнгән ҡатнаш аҙыҡ цехы һәм 3 миллион йомортҡа сығарыуға иҫәпләнгән ферма төҙөү буйынса. Инвесторҙар тәҡдим иткән һәр проект яңы эш урындары асыуҙы күҙ уңында тота.