Сентябрҙә Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт башлана

Сентябрҙә Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт башлана. Тәүҙә ике һыҙат, ә республика көнөндә бөтә дүрт һыҙат буйынса. Әле объект юғары әҙерлек кимәлендә. Юлдың асылыуын водителдәр генә түгел, ә яҡын-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәр ҙә көтә. Күптән түгел бында ҡаҙылған траншеялар булған, хәҙер асфальт ята, ә эшселәр бордюр ҡоймалар ҡуя. Был участкала юл япмаһының тағы бер ҡатламын һәм яҡтыртыу элементтарын ҡуйыу ҡалған. Иң күп эш Пугачев урамының икенсе участкаһында - «Лента» гипермаркетынан Рыленко урамы менән киҫешкән урынға тиклем бара. Әммә бында иң ҡатмарлы этаптар арта ҡалған. Яҙын оҙайлы суд бәхәстәренән һуң юлсыларға ҡамасаулаған һуңғы объект һүтелә. Властар бөтә коммуникацияларҙы үҙгәртеп ҡороуҙы тамамлаған һәм хәҙер асфальт түшәү өсөн юл әҙерләй.

«Көньяҡ ҡапҡа» - транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙең яңы этабы. Проект «Кузнецов затоны» һәм «Йәшел сауҡалыҡ» биҫтәләренең уңайлылығын яҡшыртырға, шулай уҡ ҡаланың башҡа райондарына транспорт ағымыны кәметергә ярҙам итәсәк. Яңыртылған участкала тәүлегенә 50 мең самаһы машина үтер тип көтөлә.