Башҡортостанда мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау йылдам бара, ҡайһы бер уҡыу йорттары эштәрҙе графиктан алда тамамлай. Стәрлетамаҡта «Мәктәп системаһын модернизациялау» программаһына ярашлы 5 белем усағы яңырыу кисергән. Уларҙы төҙөкләндереү өсөн һәр береһенә 120 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Был федераль, республика һәм ҡала бюджетынан бүленгән сумма. Стәрлетамаҡтан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙма.
10-сы классҡа күскән Богдан Сәғәҙиев яңыртылған кабинеттар менән таныша. Үткән уҡыу йылын уға башҡа мәктәп уҡыусылары менән күрше белем усағында уҡырға тура килә. Сәбәбе - 1-се лицейҙың капиталь ремонтҡа ябылыуында. Ваҡытылса ҡыйынлыҡтар артта. Төҙөкләндереү тулыһынса тамамланған - ҡоролмаларҙы йыйыу, парта һәм ултырғыстарҙы урынлаштырып бөтөү кеүек ваҡ эштәр ҡалған.
Подрядсы ойошма эштәрҙе ваҡытында тамамлаған. «Мәктәп системаһын модернизациялау» программаһына ярашлы белем усағын капиталь ремонтлау өсөн федераль, республика һәм ҡала хакимиәтенән аҡса бүленгән. Эш барышында айырыуса иғтибар ҡыйыҡты, тәҙрә, ишектәрҙе, канализация һәм йылытыу селтәрҙәрен яңыртыуға бирелә. Яҡын арала барлыҡ мебель һәм уҡытыу ҡоролмаларын уранлыштырып бөтөү бурысы тора.
Стәрлетамаҡта тағы бер яңырыу кисергән белем усаҡтарының береһе - ул медицина йүнәлешенә баҫым яһап уҡытылған 1-се мәктәп. Бында кабинеттар яңыртыла, уларҙы төрлө ҡоролмалар, манекендар менән йыһазландыралар, спорт һәм тамашалар залы, ашхана төҙөкләндерелә. Фойелағы стеналарҙа уҡыусыларҙы яңы үрҙәргә дәртләндереүсе һүҙҙәр ҙә яҙылған. Уларҙы һайлауҙа ата-әсәләр ҡатнаша.
Башҡорт дәүләт медицина университеты предуниверсарийы һаналған мәктәптә химия һәм биология фәндәренә баҫым яһала. Быйылғы сығарылыш айырыуса юғары һөҙөмтә күрһәткән. Биш уҡыусы Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйған, уларҙың береһе ике фәндән юғары баһаға өлгәшкән.
Стәрлетамаҡта «Мәктәп системаһын модернизациялау» программаһына ярашлы ике йыл дауамында 5 белем усағы төҙөкләндерелгән. Капиталь ремонтлау тулыһынса тамаланған. Яҡын арала мәктәп ихаталары тәртипкә килтереләсәк.
Быйыл федераль программаға ярашлы капиталь ремонт республиканың 40 белем биреү учреждениеһында алып барыла. Улар иҫәбендә 35 мәктәп, программаға тәүге тапҡыр ике балалар баҡсаһы һәм өс колледж инде.Төҙөкләндереү барышын республика етәкселеге даими контролдә тора. Ремонтты ваҡытында тамамлау артабан да федераль ярҙам алыу өсөн мотлаҡ шарт булып тора, тип иҫкәртте Радий Хәбиров.
Дәүләт программаһы өс йыл ғәмәлдә. Ошо ваҡыт эсендә республикала 137 мәктәптә ремонт үткән. Был 57 меңдән ашыу уҡыусылар өсөн яңы урын тигәнде аңлата.
Әлфинә Килдейәрова