Зәңгәр яғыулыҡһыҙ. Өфөнөң Комсомол урамы, 35 адресы буйынса йәшәүселәр газһыҙ ҡалыуға зарлана. Өҫтәүенә йылы һыу селтәрендә лә ике аҙна самаһы планлы ремонт эштәре башҡарыласаҡ. Совет районында йәшәүселәрҙең газ тәьминәте тирәләй күтәргән мәсьәләһен БЮТ ижади төркөмө лә өйрәнде. Был хаҡтар тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Зөһрә Исламова күпме генә газ тоҡарндырырға тырышмаһын, был плитәлә йылы аш та бешерә, хатта сәй ҙә ҡайната алмаясаҡ. Комсомол урамы 35 адресындағы был йортҡа хаҡлы ялдағы ханым 12 йыл элек күсенгән. Бында йәшәүселәр белдереүенсә, йорт уҙған быуатта, 1977 йылда төҙөлгән. Быға тиклем бер тапҡыр ҙа газ елләтеү юлдары таҙартылмаған. Белгестәр 14 июлдән 31-нә тиклем фатирҙар буйлап тикшереү уҙғарасаҡ.
Йортта үҙ аллы донья көткән өлкән быуын вәкидәренән тыш йәш бала бағыусы әсәләр, мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ҙа газ тәьминәте туҡтатылыуы арҡаһында ауырлыҡтар кисерә. Вахта ысулы менән эшләүселәр, ишек асмай бикләнеп ултырыусылар һәм йәйге ялда булып ҡалыусылар фатирҙарына белгестәр үтә алмаған.
21 июлдән бирле халыҡ зәңгәр яғыулыҡһыҙ. Әммә был йортта йәшәүселәр ҡапыл газ тәьминәте өҙөлөүенә әҙер булмай сыға. Газ ҡорамалдарын тикшереүгә өҫтәмә рәүештә белгес тә бүленгән. Ә зәңгәр яғыулыҡ биреүҙе туҡтатҡас, улар ниндәй ысул менән тикшерелергә тейеш? Мәсьәләгә «Газпром газ бүлеү Өфө» йәмғиәте вәкиле яуабы.
Башҡалала, Өфөнөң Совет районында урынлашҡан Комсомол урамы 35 адресының 4 һәм 5 подьездарында йәшәүселәр фатирҙарына тиҙерәк зәңгәр яғыулыҡ бирелеүен көтә. Газ тәьминәте мәсьәләһе бөтә фатирҙарҙағы ҡорамалдар тикшерелеп бөткәнсегә тиклем асыҡ ҡала. Мәсьәләнең сислешен беҙҙең телканал даими яҡтыртып барасаҡ.
Гүзәл Борханова