Башҡортостан Мосолмандары диниә назараты «Онлайн-мәғариф» яңы проекты өҫтөндә эш башланы

Башҡортостан Мосолмандары диниә назараты «Онлайн-мәғариф» тип исемләнгән яңы проект өҫтөндә эш башланы. Диниә назаратының рәсми сайты һәм мобиль ҡушымтаһында тормошҡа ашырылған яңылыҡ менән һәр кем файҙалана ала. Проект Ислам тәғлимәттәре буйынса халыҡҡа төплө белем биреүгә йүнәлтелгән. Дини материалдар Өфөләге Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы ярҙамында әҙерләнә. Онлайн уҡыу үткәндәр, артабан урта махсус уҡыу йортонда белемен камиллаштыра ала. Проект йәмғеһе 221 видеояҙманы берләштерәсәк.