Октябрьский ҡалаһында тимер бетон изделиелар етештереү цехы төҙөлә. Башҡортостан Үҫеш корпорацияһынан ошо турала белдерәләр. Республика башлығы ҡарары буйынса, “Спец Бетон Плюс” предприятиеһына ҡуртымға ер участкаһы бирелгән. Был турала документ рәсми мәғлүмәттәр порталында донъя күргән. Проектҡа 59 миллион һум аҡса һалыу ҡарала.