Башҡортостанда эшләүсе пенсионерҙарға киләһе айҙан өҫтәмәләр була

Социаль фонд 1 августан страховка пенсияһын ҡабаттан иҫәпләй. 2024 йылда рәсми рәүештә эшләүен дауам иткән, эш биреүселәре страховка иғәнәләре түләгән һәм 2025 йылдың июлендә 80 йәшен тултырған кешеләр пенсияға өҫтәмә аласаҡ. Ул I төркөм инвалидлығы пенсионерҙарға ла ҡағыла. Социаль фондҡа ҡабаттан иҫәпләүҙе һорап мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. Аҡса август айында стандарт график буйынса өҫтәмә менән күсерелә.