Бөгөн Республика етәксеһе тәфтишселәрҙең байрамына арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты, уларҙың бер төркөмөнә дәүләт наградалары тапшырҙы. “Һеҙҙең эшегеҙ юғары оҫталыҡ, ҡыйыулыҡ һәм ғәҙеллек өлгөһө. Беҙҙең граждандарҙы енәйәттәрҙән ҡурсалайһығыҙ, закон һағында тораһығыҙ. Һәр асыҡланған енәйәт, ҡотҡарылған яҙмыш – һеҙҙең фиҙәҡәр хеҙмәт, нығышмалылыҡ һәм ғәҙеллек һөҙөмтәһе”, - тине үҙ сығышында Радий Хәбиров. Уҙған йылда Башҡортостан тәфтишселәре тырышлығы менән 2 мең 300 Енәйәт асыҡланған. 2 миллиард һумға яҡын зыян кире ҡайтарылған.