Өфөлә арм-рестлинг буйынса Бөтә Рәсәй турниры үтә

Ул иртәгә Ағиҙел ярында ойошторола. Башҡортостан Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ярышта ил төбәктәренән килгән спортсылар ҡатнаша. Шулай уҡ республиканың махсус хәрби операция ветерандары көс һынаша. Турнирға арм-рестлинг буйынса 8 тапҡыр донъя чемпионы Виталий Лалетин саҡырылған.