Башҡортостанда Тәфтишселәр көнө уңайынан тантаналы сара үтте

Бөгөн тәфтишселәр һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан Өфөнөң «Торатау» конгрес холында тантаналы ултырыш үтте. Башҡортостан буйныса тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәрен Республика башлығы Радий Хәбиров, төрлө министрлыҡ-ведомство етәкселәре тәбрикләне.

Тәфтишселәр енәйәтселек менән көрәш һағында тора, ғәҙеллекте тергеҙә, граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлай. Былтыр ғына Башҡортостан тәфтиш органы тарафынан 2 меңдән ашыу енәйәт эше асылған, 2 меңдән күберәк кеше яуаплылыҡҡа тарттырылған, 2 миллиард һумға яҡын матди зыян ҡайтарылған. Һеҙ етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарҙың хоҡуҡтарын яҡлайһығыҙ, коррупцияға ҡаршы көрәшәһегеҙ, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа законлыҡты тәьмин итәһегеҙ. Башҡортостан тәфтишселәре Рәсәйҙең яңы биләмәләрендә лә әүҙем эш алып бара, әлеге ваҡытта республиканан 21 хеҙмәткәр Луганск, Донецк республикаларында, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә закон һағында тора, тәртип урынлаштырырға ярҙам итә. Радий Хәбиров тәфтишселәргә яуаплы эштәрендә уңыштар теләне һәм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы.