Хәйбулла районында Металлургтар көнө билдәләнде. Аҡъяр ауылы паркында ветерандар һәм тармаҡ хеҙмәткәрҙәре, уларҙың ғаилә ағзалары, урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар йыйылды.
Байрамды ойоштороусылар төрлө конкурс программалары, ғаилә спорт ярыштары әҙерләгән. Күрше майҙансыҡта иң йәш ҡунаҡтар өсөн дә күңелле байрам ойошторолдо. Спартакиада йомғаҡтары буйынса Аҡъяр тау колледжының ғаилә командаһы еңеү яуланы. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты менән районды шәхси эшҡыуарҙарынан торған ғаилә командалары бүлеште. Еңеүселәр 100 меңдән 200 мең һумға тиклем ҡиммәтле бүләктәр һәм сертификаттар менән бүләкләнде. Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов та Хәйбула районында йәшәүселәрҙе металлургтар көнө менән ҡотланы. Байрам аҙағында ул үҙенең хиттарын башҡарҙы.