Йыл башынан «Һөт кухняһы» продукцияһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы өс йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай таратыла. Әлеге ваҡытта бындай мөмкинлек менән мең ярымға яҡын кеше файҙалана. Учалы районында мәҫәлән, бөгөн һөт продукциялары менән 11 ғаилә тәьмин ителә.
Дәүләт автономиялы учреждениеһы эшләй башлағандан алып республикала ете етештереү цехы ойошторолған. Республика биләмәһендә 132 таратыу пункты, шул иҫәптән 63 фирмалы таратыу пункты, дәүләт дарыуханалары базаһында 8 һәм 61 мобиль таратыу пункттары бар. «Һөт кухняһы»ның ассортименты бөгөн 32 төр продукцияға еткән. Улар араһында-һөт, эремсек, бәләкәй балаларҙы туҡландырыу өсөн төрлө йогурт, печенье бар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, махсус программаға ярашлы, бөгөн аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге йөклө ҡатындар, бала имеҙгән әсәләр һәм 3 йәшкә тиклемге балалар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре һәм уллыҡҡа алынған балалы ғаиләләр бушлай туҡланыу хоҡуғына эйә.