Башҡортостанда сабыйҙар үлеме күрһәткесе кәмей. Быға медицина мөмкинлектәрен һөҙөмтәле файҙаланыу, шул иҫәптән табип ярҙамы күрһәтеүҙе һанлаштырыу һәм республикала ҡабул ителгән башҡа саралар комплексы ярҙам итә. Әле табиптар йөклөлөк ваҡытында осраған иң ҡатмарлы патологияларҙы еңеп сыға, етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы тәрбиәләй. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
Был сабый ике көн элек кенә тыуған. Ләкин Өфөлә йәшәүсе Рәзилә Хәлитова әсәлеккә 8 йыл дауамында әҙерләнә. 4 ЭКО программаһы үтеп, 7 эмбрион күсереүҙән һуң ҡатын ауырға ҡала. Әммә ҡатмарлыҡтар бының менән генә тамамланмай. Икенсе триместр башында операция кисерергә һәм ҡалған бөтә ваҡытты түшәктә ятып үткәрергә тура килә. Табиптар ярҙамында 41 йәшлек ҡатын балаһын һаҡлап ҡына ҡалмай, 4 килограмдан ашыу ауырлыҡтағы сәләмәт сабый ҙа таба.
Табиптар ярҙамында Рәзилә Буранбаева ла икенсегә әсә булыу бәхетен кисергән. Ул да 3 килограмдан ашыу ауырлыҡтағы улын операция өҫтәлендә таба. Һуңғы ярты йылда Башҡортостанда сабыйҙар үлеме уртаса 15 процентҡа кәмегән. Был медицина ресурстарын һәм саралар комплексын һөҙөмтәле файҙаланыу күрһәткесе. Атап әйткәндә, йөклөлөк ҡатмарлы барған осраҡта ҡатындарҙы перинаталь үҙәктәргә һалыу, ауыр патологиялары балаларға юғары технологиялы ярҙам күрһәтеү, табиптарҙың квалификацияһын күтәреү һәм һәр үлем осрағын ентекле анализлау ҡаралған.
Республика клиник перинаталь үҙәк Рәсәйҙә алдынғы учреждение һанала. Бында бала табыуҙан тыш, йөклөлөккә әҙерлек һәм уны алып барыуға ҙур иғтибар бүленә. Йыл һайын учреждениела меңгә яҡын етлекмәгән бала тыуа. Табиптар хатта иң ҡатмарлы осраҡтар - ауырлығы 500 грамм самаһы булып донъяға килгән сабыйҙарҙы ла ҡотҡара.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда «Әсәй бул» программаһы әҙерләнә. Ул йөклө ҡатындарҙың һаулығын дистанцион күҙәтеүгә йүнәлтелгән. Яңы проект өҙлөгөүҙәрҙе ваҡытында асыҡлау һәм сәләмәт балаларҙың тыуым күрһәткестәрен арттырыу өсөн булдырылған.
Әлфинә Килдейәрова