Иглин ирекмәндәре яугирға маскировка селтәре тапшырҙы

Яраланыу сәбәпле отпускыла булған «Буба» ҡушаматлы яугир Иглинда район етәксеһе һәм «Бөтәһе лә Еңеү өсөн»ирекмәндәр штабы ағзалары менән осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Буба» ҡушаматлы яугир командование тарафынан бирелгән бурыстарҙы үтәгәндә дүрт тапҡыр ҡаты яралана. Нацистар менән күҙмә-күҙ осрашып алышҡанда хәл иткес яуҙарҙан тере сыға. Ауыр яраларҙан Рәсәйҙең абруйлы хәрби медицина учреждениеларында дауаланып, аяҡҡа баҫа. Һуңғыһы, Мәскәүҙә академик Бурденко исемендәге нейрохирургия ғилми-тикшеренеү институты махсуслаштырылған дауаханаһында реабилитация үтә.

Тәрән яралар алыу сәбәпле миңә һаулыҡты яҡшыртыу, яңынан хәрби сафҡа баҫыу өсөн 45 көнлөк отпуск бирҙеләр. Частҡа барып, тағы бер тапҡыр хәрби-табип комиссияһын үтәсәкмен, табиптар минең сәләмәтлегемде ҡараясаҡ, физик торошомдо баһалаясаҡ һәм ҡарар ҡабул итәсәк... Комиссияны уңышлы үтермен тип уйлайым.

«Буба» ҡушаматлы яугир

Яугирҙы яҡташтары бик йылы ҡаршыланы. Иглин районы хакимиәте башлығы хәрбигә сәләмәтлек теләне,ҡаһарман ул тәрбиәләгәне өсөн ата-әсәһенә рәхмәт белдерҙе. «Буба» ҡушаматлы яугир үҙе лә район етәкселегенә һәм халҡына тылдан алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәргә ярҙамдары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

«Бөтәһе лә Еңеү өсөн» ирекмәндәр штабындағы осрашыу ҙа фәһемле булды.Яугир балалар яҙған йылы йөкмәкеле хаттарға айрыуса ҡыуанды. Ил именлеге өсөн баштарын һалған дуҫтарын йылы итеп хәтерләне. Шлем аҫтынан кейә торған баш кейемдәре,үрелгән маскировка селтәрҙәре өсөн ихлас ҡабул итте.

«Буба» ҡушаматлы яугир отпуск мәлендә водитель һөнәрен дә үҙләштерә. Ул өлгөлө хеҙмәте өсөн халыҡтың рәхмәтен, тыуған ерҙән көс алып тиҙҙән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ.Утты-һыуҙы кискән батыр :» Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буоасаҡ, ти .

Гүзәл Борханова