«Әлифба» йәнһүрәтенең икенсе миҙгеле донъя күрә

Беҙҙең «Әлифба» йәнһүрәтенең икенсе миҙгеле донъя күрә. Был «Муха» студияһы ойошторған анимациялы белем биреү һәм күңел асыу сериалы. Уның маҡсаты - сабыйҙарға башҡорт телен үҙләштереүҙә ярҙам итеү. Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, әгәр беренсе миҙгел балаларҙы хәрефтәр менән таныштырһа, икенсеһе һандар һәм ваҡыт тураһында һөйләйәсәк. Бөтәһе 60 серия планлаштырыла. Мультсериалдың икенсе миҙгеле, беренсеһе кеүек үк, беҙҙең гранттар фонды аҡсаһына төшөрөлгән.

Яңы сериалдар социаль селтәрҙәрҙә сығасаҡ. Әлегә беренсеһен тәҡдим итәм. Улдарым менән беҙ ҡараныҡ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.