Илеш районында заманса малсылыҡ комплекстары төҙөлә

Илеш районында заманса малсылыҡ комплекстары төҙөлә. «Урожай» тоҡомсолоҡ заводында 1 мең 200 һауын һыйырына иҫәпләнгән роботлаштырылған ферма һәм Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһында 3 яңы комплекс төҙөлә. Был объекттар республика инвестиция проекттары, хужалыҡтар мал һатып алыуға тотонолған сығымдарҙың бер өлөшөн кире ҡайтара ала. Төбәктәге аграр тармаҡтың үҫешен сағылдырған күләмле төҙөлөштәр хаҡында беҙҙең киләһе репортаж.

Тәү ҡарамаҡҡа заманса сәнәғәт предприятиеһы һымаҡ. Ысынбарлыҡта иһә был малсылыҡ фермаһы. Тик бында һыйырҙы кеше түгел роботтар һауа. Йәғни ҡул көсөн бөтөнләй талап ителмәй. Роботлаштырлған ферма 1 мең 200 башҡа иҫәпләнгән, уларҙы һауыу өсөн 28 робот урынлаштыра. Комплекстың тәүге этабын быйыл августа сафҡа индереү планлаштырыла. Хужалар был проектты тормошҡа ашырыуға 1 миллиард 200 миллион һум аҡса йүнәлткән. Комплекс үҙебеҙҙең илдә етештерелгән ҡоролмалар менән йыһазландырырған.

Әле «Урожай» тоҡомсолоҡ заводында 5 мең баш һыйыр малы иҫәпләнә. Яңы комплекс мал һанын 6 мең ярымға еткереү мөмкинлеге бирә. Көндәлек һауым күрәһткесе лә артыр тип көтөлә. Әле хужалыҡ Бәләбәй һөт заводына тәүлегенә 60 тонна һөт оҙата. Икенсенән һөт сифаты тағы ла яҡшырасаҡ.

Илеш районының Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһында ла күләмле төҙөлөш эштәре бара. Бында ла заманса малсылыҡ комплекстары төҙөлә.

Дөйөм алғанда, быйыл Башҡортостанда һөт фермаларын төҙөү һәм яңыртыу буйынса биш проектты тамамлау планлаштырыла. Мегафермаларҙың дөйөм хаҡы 6 миллиард 300 миллион һум тәшкил итә. Был объекттарҙы сафҡа индереү төбәктә һөт етештереүҙе йылына 15 мең тоннанан ашыуға арттырырға булышлыҡ итә. Заманса агросәнғәт комплекстарын төҙөү «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проектының төп йүнәлеше булып тора.

Рәмзиә Кәримова