Республиканың иң яҡшы һауынсыһы Саҡмағош районының «Герой» хужалығында эшләй. Гөлназ Хисмәтуллина был исемде Дүртөйлө районында уҙған һауын машинаһы операторҙарының 46-сы республика конкурсында 27 кеше араһында еңеү яулап иҫбатланы. Һауынсылар ярышында 26 райондан үҙ эшенең оҫталары ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла район кимәлендә уҙғарылған конкурс еңеүселәре. Былтыр республиканың иң яҡшы һауынсыһы исемен Дүртөйлө районы вәкиле алғанлыҡтан, быйылғы ярыштарҙы тап улар ҡабул итә. Конкурстың беренсе этабында операторҙар һөнәр буйынса белемдәрен күрһәтте. Икенсе этапта иһә санитар-гигиена нормаларын үтәү һәм һауын машинаһын һүтеп йыйыу буйынса етеҙҙәр асыҡланды.
Өсөнсө этапта конкурсанттар көндәлек эштәре буйынса һынау тотто. Жюри ағзалары айырыуса һауып алынған һөттөң сифатына, мал менән эш итеү тәжрибәһенә , санитар нормаларҙың үтәлеүенә иғтибар итте.
Иң яҡшы һауынсы Гөлназ Хисмәтуллина августа Владимир өлкәһендә үтәсәк Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.