«Башҡортостан» полкы яугирҙарының техника паркы мотоцикл һәм квадроциклдар менән тулыланды

«Башҡортостан» полкы яугирҙарының техника паркы мотоцикл һәм квадроциклдар менән тулыланды. Техниканы уларға Сибай, Баймаҡ ҡалаһы ирекмәндәре алып барып тапшырҙы. Гуманитар ылауға шулай уҡ радиоэлектрон көрәш саралары, аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары ла тупланған.

Юғары үтемле техниканы яугирҙар шунда уҡ һынап та ҡараны. Элемтәселәр, һөжүм төркөмдәренә еңел транспорт сараһы ҙур ярҙамсы. Уның ярҙамында дошман күҙенә күренмәй, тиҙ хәрәкәт итеү мөмкин. Ләкин ҡырыҫ шарттарҙа улар ҙа тиҙ эшлектән сыға. Техниканың яңыртылыуын яугирҙар ҡыуанып ҡабул итә.

Бындай техникаға ихтыяж ҙур. Баймаҡ егеттәренә хәбәр иткәйнек тиҙ арала килтереп тә еткерҙеләр. Бөгөндән үк хәрби заданиеларҙа ҡуллана башлайбыҙ. Рәхмәт ярҙам итеүселәргә.

«Раджа» ҡушаматлы яугир

Килтереп еткергәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Был мотоцикл «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының 2-се батальоны өсөн. Элемтәселәргә ҙур ярҙамсы буласаҡ.

«Шрам» ҡушаматлы яугир

Көньяҡ райондар ирекмәндәре Донбасс халҡын да иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Был юлы ла улар социаль учреждениеларға гуманитар ярҙам алып барҙы. Красный Луч ҡалаһының «Барвинок» балалар баҡсаһына, Петровское ауылының коррекция мәктәбенә күстәнәстәр, кәнсә тауарҙары, уйынсыҡтар тапшырылды.

Бина ҡараңғы булғас яҡтыртыу ҡорамалдары һорап мөрәжәғәт иттек. Хәҙер беҙҙең балалар яҡты бүлмәләрҙә тәрбиәләнәсәк. Өҫтәүенә йылы түшәк, юрғандар , йомшаҡ мендәрҙәр килтерҙеләр. Башҡортостанға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Елена Рябуха, Петровское махсус мәктәп-интернаты директоры