Стәрлетамаҡта «Еңеү поезы» туҡтаны. 10 вагондан торған составта Бөйөк Ватан һуғышына арналған күргәҙмә эшләй. Уны ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары бушлай барып күрә ала. Һәр вагонда һуғыштың төрлө мәлдәрен сағылдырған экспозиция эшләнгән. Тәгәрмәстәр өҫтөндәге музейҙа 150 экспонат ҡуйылған. Бынан тыш һанлы һәм интерактив панорамалар, онлайн күргәҙмәләр эшләй. «Еңеү поезына» инеү өсөн проекттың рәсми сайтында теркәлеү мөһим. Бушлай билет электрон почтаға ебәрелә.