Ағиҙелдә махсус хәрби операция яугирҙарына бушлай ер участкалары бирелде

Ҡала хакимиәте башлығы Динис Ирназаров торлаҡ төҙөлөшө өсөн файҙаланыласаҡ ер участкаларына һатып алыуға сертификаттар тапшырҙы. Бушлай ер ҡала сигендә бирелә. Был ҡаланы үҫтереү, белгестәр йәлеп итеү, махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам итеү йәһәтенән дә отошло башланғыс. Сертификат алыу өсөн тәүҙә билдәләнгән урындан ер участкаһы һатып алыу кәрәк. Артабан  сығымдарҙы кире ҡайтарыу өсөн ғариза яҙыла. Шул саҡта ҡала хакимиәте ер һатып алыуға киткән сығымдарҙы компенсациялай ала.