Ҡыйғы районының Малаяҙ - Үрге Ҡыйғы автомобиль юлында Удмурт республикаһынан туристик автобус менән аварияла зыян күреүселәр һаны 26 кешегә тиклем артҡан. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. Ведомство етәксеһе белдереүенсә, ваҡиға урынына ете ашығыс ярҙам бригадаһы ебәрелгән Ун биш кеше Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына оҙатылған. Уларҙың һигеҙе дауаханаға ебәрелгән: икеһе — ауыр хәлдә, ҡалғандары — уртаса ауырлыҡта. Ярҙам күрһәтеү өсөн өҫтәмә рәүештә алты табип һәм дүрт шәфҡәт туташы йәлеп ителгән. Ауыр пациенттарҙы Өфөгә эвакуациялау мөмкинлеге ҡарала. Тағы ун бер кеше Ҡыйғы үҙәк дауаханаһында тикшерелгән, уларға амбулатор дауалау тәғәйенләнгән. Ҡалған пассажирҙар Үрге Ҡыйғыла ваҡытлыса урынлаштырыу пунктына килтерелгән. Авария уҙған көн Малаяҙ - Үрге Ҡыйғы трассаһында теркәлде. 43 турист ултырған Higer автобусы юлдан төшөп түңкәрелде. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.