Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, уңыш йыйыуға 4 мең 190 берәмек техника әҙерләнгән. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 80-гә күберәк. Быйыл хужалыҡтар яңы комбайн, трактор һәм йөк машиналары һатып алған. Күберәк техника миҙгелгә бәйле ялан эштәрен тиҙерәк һәм сифатлыраҡ башҡарырға мөмкинлек бирә. Республика программаһына ярашлы яңы техника һатып алған хужалыҡтарға дәүләт иҫәбенә ярты хаҡы түләнә.