Уҙған тәүлектә юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары эскән килеш рулгә ултырған 53 водителде туҡтатҡан

Уҙған тәүлектә юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары эскән килеш рулгә ултырған 53 водителде туҡтатҡан. Тикшереүҙәр барышында, ҡулға алыныусыларҙың бишәүһе рулгә ҡабаттан ултырыуы асыҡланған. Уларҙың береһе Иҫке Балтас ауылынан 22 йәшлек егет. Ул идара иткән «Лада Гранта» автомобиле инспекторҙар иғтибарын Комсомол урамында йәлеп итә. Йәш кеше экипаж салонында алынған анализ һөҙөмтәһе менән ризалашмау сәбәпле медицина ойошмаһына оҙатыла. Ундағы тикшереү ҙә егеттең эскән булыуын күрһәтә. Мәғлүмәт базаһы быға тиклем дә уның транспорт сараһы менән идара итеүҙән ситләштерелеүен күрһәтә Хәҙер водителгә енәйәт яуаплылығы янай. Автомобиле штраф туҡталҡаһына ҡуйылған.