Ысын патриоттың аңлы һайлауы. Өфөнөң 10-сы спорт мәктәбе директоры урынбаҫары быйыл мартта Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Ул үҙенә «Башҡорт» ҡушаматы алған. Был тыуған республикаға һөйөүҙе символлаштыра. Әле яугир хәрби разведка подразделениеһы составында хеҙмәт итә.
Әйткәндәй, спорт мәктәбе коллективы ватан һағына баҫҡан коллегаһына төрлө яҡлап ярҙам итергә тырыша. Ошо уңайҙан улар Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына арнап хәйриә фестивале ойошторған. Уның барышында тренерҙарҙың, ата-әсәләрҙең һәм тәрбиәләнеүселәрҙең дөйөм тырышлығы менән «УАЗ» автомобиле өсөн аҡса йыйылған. Өфөгә ҡайтҡан ваҡытында юғары үтеүсәнле транспорт сараһы ватан һаҡсыһына тапшырылды. Хәҙер ышаныслы внедорожник яугирҙарға алғы һыҙыҡтағы бурыстарҙы үтәүҙә ярҙам итәсәк.